Өфөлә тәүге анимация белгестәре дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы

Өфө сәнғәт училищеһында «Анимация һәм анимация киноһы» һөнәре буйынса сығарылыш студенттары дәүләт имтихандарын яҡланы. Был уҡыусылар өсөн генә түгел, тотош республика өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки төбәктә анимация бүлеге тәүгеләрҙән булып асылды. Имтиханда студенттар үҙҙәренең ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдарын тәҡдим итте, уларҙы тәжрибәле жюри ағзалары баһаланы. Анимация бүлеге видеопродукция өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Уҡыу барышында студенттар 2D, 3D, ҡурсаҡ һәм компьютер графикаһы кеүек төрлө анимация төрҙәрен үҙләштергән.