Өфөлә «Икенсе һулыш. Оло йәштәгеләр өсөн фитнес» проекты старт алды. Ул пенсия алды йәшендәгеләргә һәм хаҡлы ялдағыларға тәжрибәле тренер етәкселегендә саф һауала бушлай физик күнегеү менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Өлкән йәштәге 30 кеше ике ай дауамында аҙнаһына ике тапҡыр Якутов исемендәге паркта физик күнегеү эшләй, дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәш ала, бер-береһе менән аралаша. Проекттың файҙаһы ҙур. Ҡатнашыусылар әле үк үҙҙәренең сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләй.
«Икенсе һулыш» проектының фитнес дәрестәре өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә, төрлө ауырыуҙарҙан арындырыуға йүнәлтелгән. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Ваҡыт идеялары» ойошмаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.