Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә баш ҡаланың 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов тураһында шулай тип яҙған. Өфө егетенең белеме физика, информатика һәм профилле математиканан максималь баһа менән баһаланған. Шулай уҡ ул рус теленән дә 94 балл йыйыуға өлгәшкән. Алексейҙы, уның ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын был иҫ киткес ҡаҙаныш менән ҡотлайым. Уҡыусыны Берҙәм дәүләт имтихандарына Дмитрий Еникеев, Сергей Астафьев, Эдуард Носратуллин һәм Эльмира Харрасова әҙерләгән. Был белем усағында ысынлап та, көслө уҡытыусылар эшләй. Алексей үҙе лә аҡыллы, һәләтле, ныҡышмал егет, уға уңыштар теләйем, тип яҙған Радий Хәбиров.