Өфөлә «Күп фазалы системалар» буйынса халыҡ-ара конференция үтә

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Рифат Мәүлитов исемендәге механика институты «Күп фазалы системалар: моделдәр, тәжрибә, ҡушымталар» , тип аталған халыҡ-ара IX бөтә Рәсәй йәш ғалимдар конференцияһын үткәрә. Форум Рәсәй фәндәр академияһы академигы Роберт Ниғмәтуллиндың 85 йәшлек юбилейына арналған.

Конференцияның төп маҡсаты-күп фазалы мөхиттәр механикаһының төрлө йүнәлештәрендә яңы теоретик һәм эксперименталь һөҙөмтәләр күрһәтеү. Конференция барышында илдең алдынғы ғалимдары лекциялар уҡыясаҡ. Сара энергетика, химия, нефть-газ тармағы, метерология, океанология һәм геологик процестар өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Конференция 28 июнгә тиклем дауам итә.