Бөрйән районында Түңгәүер ырыуының VII йыйыны үтте

Бөрйән районында Түңгәүер ырыуының VII йыйыны үтте. Мәртәбәле йыйында түңгәүерҙәрҙең абруйлы вәкилдәре, республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған делегаттар ҡатнашты.

Түңгәүер йыйынында ҡатнашыусылар тәүҙә Мәһәҙей ауылында булып, ошо ырыуға хас халыҡ сәнғәте өлгөләре, йолалар, кәсептәр менән танышты. Артабан ҡунаҡтар Аҫҡар ауылында яңы модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты асыу тантанаһында ҡатнашты. Бөрйәндәр абруйлы сараны ҡабул итеүгә ныҡлы әҙерләнгән, мәҙәни программа ғына түгел, төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылған, экологик өмәләр ойошторолған, урам-ихаталар тәртипкә килтерелгән. Йыйындың пленар өлөшөндә һүҙ башҡарылған эштәр һәм бурыстар тураһында барҙы. Был турала ҡор башы Хөрмәтулла Үтәшев таныштырҙы. Ырыуҙар хәрәкәте күп яҡлы эшмәкәрлек алып бара, тине Хөрмәтулла Ғәззали улы.

Тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов ырыуҙарҙың тарихына күҙ йүгертеп, түңгәүерҙәрҙең иң боронғо ырыу булыуы тураһында фәнни дәлилдәр килтерҙе. Артабан һәр район делегаттары үҙ сығыштарында тәҡдимдәрен, фекерҙәрен еткерҙе. Съезд аҙағында делегаттар бер тауыштан Хөрмәтулла Ғәззали улын киләһе 5 йылға ҡор башы итеп һайланы. Йыйындың штандарты Йылайыр районына тапшырылды.