«Хәнифәкәй» һәм «Хәтирә» ансамблдәре дуҫлыҡ күпере һалды

Дуҫлыҡ ептәрен нығытып. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында урындағы «Хәнифәкәй» фольклор ансамбле Ейәнсура районы Сирғол ауылының «Хәтирә» ансамбле менән осрашты. Ижади байрамға әүерелгән сара хаҡында киләһе яҙмала.

Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы. Май айында Мерәҫ ауылының «Хәнифәкәй» ансамблендә шөғөлләнеүселәр Ейәнсура районы Сирғол ауылынан саҡырыу алып бик матур сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Һәм оҙаҡҡа һуҙмай үҙҙәре лә уларҙы ҡаршы алды. «Хәтирә» һәм «Хәнифәкәй» ансамбле ағзалары ике район араһында дуҫлыҡ күпере һалыуға иреште.

«Хәнифәкәй» ансамбле Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында 2009 йылда ойошторола һәм әле лә уңышлы эшләй. Ансамблға ауылдың төрлө йәштәге 8 ҡатын‐ҡыҙы һәм бер гармунсы ир‐егет берләшкән. Улар төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, йолалар тергеҙеп, райондың башҡа ауылдарында эшләп килгән ансамблдар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Йәйҙең йәмле көнөндә ойошторолған был сара тәбиғәт ҡосағында үтте. Осрашыуҙа ансамблдар концерт номерҙары менән сығыш яһаны. «Хәнифәкәй»ҙәр үҙҙәренең ҡул эштәре,16 йыл дауамындағы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.