Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте

Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте. Киң мәғлүмәт сараларының был категорияһы өсөн дәүләт ярҙамы саралары булдырыу ҡаралған, улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика өсөн мөһим ҡануни проекттар тураһында киләһе материал.

Танк экипажы дошман позицияларына снарядтар осорған арала алғы һыҙыҡтан, ут эсенән ҡыҙыу репортаждар әҙерләнә. «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Айнур Кәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә оҙайлы командировкаларҙа булып, «Башҡортостан» полкы, башҡорт батальондары, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың хәрби юлын, көнкүрешен яҡтыртты. Хәрби журналистар тураһында закондың Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып тап беҙҙең республикала ҡабул ителеүенә коллегабыҙ оло ғорурлыҡ менән ҡарай.

Яңы закон буйынса республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы сараларын булдырыу ҡаралған, хәрби журналистика ветераны статусы билдәләнә, ғаилә ағзалары өсөн дә социаль гарантиялар барлыҡҡа килә. Әлегә төбәктән ун бер журналистың махсус хәрби операцияның мәғлүмәти фронтында даими хеҙмәт итеүе мәғлүм.

Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай фойеһында «Беҙҙең геройҙар» күргәҙмәһе эшләй, унда махсус хәрби операция яугирҙарының, шул иҫәптән Рәсәй геройҙарының портреттары ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров экспозиция менән танышып, алғы һыҙыҡҡа күрһәтелгән ярҙам өсөн Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына рәхмәтен белдерҙе, дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышының көн тәртибенә етмештән ашыу мәсьәлә индерелгәйне, уларҙың күп өлөшө закон проекттары буйынса. Республикала креатив индустриларҙы үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла, ҡануни башланғыс ижади интеллегенцияны, һәләтле йәштәрҙе берләштереүгә, яңы производстволарҙың асылыуына, ярҙам сараларының артыуына булышлыҡ итәсәк.

Ҡануни проекттарҙың бер өлөшө социаль яҡлау сараларына ҡағыла. Мәҫәлән, депутаттар етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ҡараған опекундарға һәм попечителдәргә аҡсалата түләүҙе 16,6 процентҡа арттырыу тураһында закон ҡабул итте. Шулай уҡ депутаттар студенттарҙың мәшғүллеген дә хәстәрләй. Профиль буйынса белем алыусыларға 1 курстан һуң тренер йә спорт инструкторы булып эш башлау мөмкинлеге биреләсәк.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ҙә иғтибар үҙәгендә. Колледжда баланың түләп уҡыу сығымдары өлөшләтә ҡаплана. Быға тиклем ярҙам сараһы төбәк кимәлендәге учреждениеларға ғына ҡағылһа, хәҙер исемлеккә юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы колледждар ҙа индерелгән.

Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү ҙә ҡаралған. Проект йәштәрҙә ватансылыҡ һәм уларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләү, уларҙы йәшәгән биләмәләрен социаль иҡтисади үҫтереүгә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, тағы ла бер башланғыс буйынса Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге лә яңы стандартҡа ярашлы камиллаштырыла. Палата ағзалары 35-тән 45 кешегә тиклем арттырыла.

Гөлназ Хәйбуллина