Иглин районы Ҡарамалы ауылында Ҡаймаҡ байрамы уҙҙы

Тәүге тапҡыр үҙенсәлекле йола 2003 йылда райондың Меңйетәр ауылында тормошҡа ашырылған булған. 22 йылдан һуң күркәм байрам тергеҙелеп, яңы йолалар менән байытылған. Байрамда хужабикәләр һөт аҙыҡтарын тәҡдим итте, уларҙы әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Ҡаймаҡ байрамы район артистары башҡарыуындағы йыр-моң менән үрелеп, ҙур фестивалгә әүерелде. «Хәтирә» башҡорт фольклор коллективы сәхнәлә «Тәмле ҡаймаҡ» тамашаһын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың милли аш-һыу йолаларын данлаусы сара төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе.