“Роснефть” компанияһы Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм Министрлығы менән берлектә хозур тәбиғәтле урындар аша үткән «Павловская кругосветка» автомаршрутын тәҡдим итте.
Проект презентацияһы Өфөлә Роснефтҡа ҡараған “Башнефть” ойошмаһында үтте. “Павловская кругосветка” - Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында туристик урындар аша һалынған 350 саҡрымлыҡ автомобиль маршруты, уны Ҡыҙыл шишмә, Красные скалы кеүек матур урындар буйлап яҡынса 9 сәғәт эсендә үтергә мөмкин.
“Роснефть” Башҡортостанда өсөнсө туристик проектын тәҡдим итте. Тәүгеһе-Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен тоташтырған «тәбиғәт көсө» автомаршруты. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына «Еңеү маршруттары» проекты булдырыла.
«Роснефть» Рәсәй Федерацияһының 15-тән ашыу субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан менән эске туризмды үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү меморандумына ҡул ҡуйҙы. Артабан Рәсәй төбәктәре тәбиғәтенең матурлығы һәм үҙенсәлеген популярлаштырыу һәм эске автотуризмды үҫтереү өсөн Урал-Волга буйына яңы турҙар әҙерләү һәм тәҡдим итеү планлаштырыла.