Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең аркаһы кире урынына ҡуйылған

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе арканы баш ҡала символдарының береһе тип атаған. Әлегә күперҙе реконструкциялау дауам итә. Объект 85 процентҡа әҙер. Яңыртылған күперҙе транспорт хәрәкәте өсөн быйыл көҙ асыу планлаштырыла, тип яҙған Радий Хәбиров.