28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министрлығы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҙур концертҡа саҡыра - сәхнәлә республиканың билдәле йәш башҡарыусылары һәм Мәскәү йырсылары сығыш яһаясаҡ. Байрам майҙанында төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороу, блогерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған. Сара Ағиҙел яры буйындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт өстә башлана.