Туризм үҫешенә шәхси өлөш. Стәрлетамаҡта йәшәүсе рәссам Максим Тимербулатов ҡала һәм республикаға бағышланған сувенирҙар эшләй.
Оҫта ижад менән 20 йылдан ашыу шөғөлләнә. Тәүҙә автомобиль һәм стеналарҙы биҙәй, һуңынан, ҡала хакимиәте заказы буйынса граффити төшөрә. Бер ай элек Максим Тимербулатов сувенирҙар эшләүгә күсә. Бының өсөн үҙенсәлекле формалар яһай, махсус ҡатнашма уйлап сығара. Сувенирҙарҙың тематикаһы Стәрлетамаҡ һәм республикаға арналған. Әммә әле рәссамдың төп хәстәрлеге - яңы оҫтахана эҙләүҙә. Ҡуртымға алған бина реконструкцияланасаҡ, шуға күрә икенсе урынға күсеү мәсьәләһе тыуа. Ләкин Максим ижад менән шөғөлләнеүен туҡтатырға уйламай. Ул үҙенең сувенир продукцияһын төрлө фестивалдәрҙә һәм сараларҙа тәҡдим итергә әҙерләнә.