Радий Хәбиров депутаттарҙың Махсус хәрби операцияға ярҙамын билдәләне

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  Пленар ултырышында ҡатнашты. “Республика һәм муниципаль кимәлдәге депутаттар, барлыҡ сәйәси фракция ағзалары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса мөһим миссия башҡара. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт,”- тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы фойеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттары төшөрөлгән “Үҙебеҙҙекеләр һәм Геройҙар” тигән күргәҙмә менән танышты. Экспозицияла 24 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән 15 Рәсәй Геройы һәм өс Батырлыҡ ордены кавалерының картинаһы бар. Һигеҙ портретта Башҡортостан яугирҙары һүрәтләнгән.