Андрей Назаров Туймазы районында "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәгендә булды

Модулле бина майҙаны 340 квадрат метр. - Кадрҙар үҙәге уңайлы урынлашҡан.  Хеҙмәткәрҙәр һәм бында килеүселәр өсөн яҡшы шарттар булдрылған. Махсус хәрби операциянан ҡайтыусыларға ҙур иғтибар бирелә.  Уларға  эш табырға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн  2 меңдән ашыу  кеше иғтибарға алынған, тине Андрей Назаров. Премьер-министр махсус операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыуҙы даими контролдә тоторға ҡушты. Башҡортостанда ун модулле кадрҙар үҙәге асыла. Бөгөнгә улар Туймазы һәм Дыуан райондарында, Сибай ҡалаһында булдырылған.