Документты республика парламенты ҡарауына Радий Хәбиров тәҡдим итте. Уға ярашлы, Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға вәкәләттәр өҫтәлә. Хөкүмәт ҡарауында булған мәсьәләләр аныҡлана. Республика парламенты закондар үтәлешен контролдә тота, премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙарына ышаныс буйынса мәсьәләне ҡарай, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр ҡабул итә. Шулай уҡ йәштәр йәмәғәт палатаһы закон проекттары әҙерләп парламент ҡарауына тәҡдим итеү хоҡуғын ала.