Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 километры яңыртылды

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы был юлда эштәр әле дауам итә. Юл билдәләре һыҙыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә,  трассанан көн һайын 3 мең ярымдан ашыу машина үтә. Ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарын федераль юлдар менән тоташтыра.