Өфөлә түләүле парковкалар өсөн автоматлаштырылған система булдырыла

 Уның менән ҡала хакимиәте идара итә. Ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылды. Достоевский, Карл Маркс, Киров, Коммунистик һәм Чернышевский урамдарында 9 түләүле парковка был йома, 27 июндә асыла. Уларҙа  2 мең машина өсөн урын бар.  Парковканың һәр сәғәте өсөн  40 һум түләргә кәрәк.