Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса чемпион булды

Ул 66 килограмға тиклем ауырлыҡта  алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.  Донъя чемпионаты Ҡазанда үтте. Унда 31 илдән спортсылар ҡатнашты. Был төр  көрәш Ҡырғыҙстанда танылған,  тип билдәләне вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.