Республика парламенты депутаттары закон ҡабул итте. Ҡанунға ярашлы, 1 июндән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн опекундарға һәм попечителдәргә түләүҙәр 16,6 процентҡа күтәрелә. Законды ғәмәлгә ашырыу өсөн 87 миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Шулай уҡ пособиелар айына уртаса 1700 һумға арта, тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Башҡортостанда ай һайын 9 мең 100-ҙән ашыу балаға пособие түләнә. Уларҙың 94 проценты ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.