Йыл башынан «Сәләмәтлек поездары» табиптары республикала йәшәүсе 72 мең кешенең һаулығын тикшергән

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, «Сәләмәтлек поездары» 2019 йылдан рейсҡа сыға. Күсмә ҡабул итеүҙәр ауылда йәшәүселәр профилле белгестәргә ваҡытында күренә алһын һәм уларға тейешле диагноз ҡуйылһын өсөн ойошторола. Ғәҙәттә, күптәр табипҡа тиҙ генә барырға ашыҡмай. Акция йылдарында докторҙар социаль әһәмиәтле ауырыуҙар менән сирләү шиге булған 27 меңдән ашыу осраҡты асыҡлаған. Был аҙнала сәләмәтлек поездары Архангел, Бөрйән , Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк һәм Стәрлитамаҡ райондарында эшләй.