Нефтекамала былтыр ғына һөт кухняһы 650 мең тонна һөт эшкәрткән

Был иһә балалар өсөн миллион ярым порция һөт, ете йөҙ меңдән ашыу йогурт һәм өс йөҙ мең эремсек етештерелгән тигән һүҙ. Ҡала халҡы бушлай бирелгән һөт кухняһының өҫтөнлөктәрен күптән баһалап өлгөргән.

Хәҙер балалар магазиндан алынған брендлы продукцияны бөтөнләй һанға һуҡмай. Тик үҙебеҙҙә етештерелгәнде генә талап итә. Ҡыҙым бөтөнләй тәмәләндерелмәгән һөттө үҙ итһә, улым төрлө тәм ҡушылғанын ярата. Сөнки барыһы ла саф продукт.

Ольга Шамратова

Әйткәндәй Нефтекаманың Юбилейный урамындағы 21-се йортта урынлашҡан һөт кухняһы хәҙер «Урал» күп функциялы үҙәккә күсте. Ул иртәнге сәғәт ундан алып киске туғыҙға тиклем көн дә эшләй. Бушлай продукцияны шишәмбе һәм кесаҙна алырға мөмкин.

Әле Нефтекамала өс һөт кухняһы эшләй. Был үҙәктәр биш йөҙ тирәһе ҡулланыусыны хеҙмәтләндерә. Быйыл ассортиментты арттырҙыҡ. Быға тиклем балалар өсөн генә һөт продукцияһы тәҡдим ителһә, хәҙер инде өлкәндәр өсөн дә бар. Сыр, кәүәҫ тә етештерә башланыҡ.

Тимур Янгуразов, «Һөт кухняһы» Дәүләт автономлы учреждениеһы директоры урынбаҫары