Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә. Проблема юғары ҡаттарҙа йәшәүселәрҙе генә борсомай, ямғыр һыуҙары икенсе ҡатҡа тиклем үтә. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәгән . Урында йәшәүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Ямғырҙан ҡупҡан түбә, стеналар буйлап һыу эҙҙәре һәм һәр ҡат һайын биҙрә. Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йорт адресы буйынса йәшәүселәр ун йылға яҡын ошондай күренешкә шаһит. Ямғыр һыуҙары икенсе ҡатҡа тиклем ағып төшә, ти фатир милекселәре.
1986 йылда төҙөлгән йортта бер ваҡытта ла ҡыйыҡ түшәмдәре алмаштырылмаған. Мәсьәләне хәл итергә маташҡан идарасы компания ҡыйыҡҡа өҫтө-өҫтөнә рубероид түшәй. Уларҙың араһына ла һыу тығылған. Милек хужалары әйтеүенсә, япма хәҙер батутты хәтерләтә.
Йортта йәшәүселәр төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткәндән һуң, комплекслы ремонт эшләргә ҡабул ителә. Ләкин күптән көтөлгән ҡыйыҡты алмаштырыу урынына - подъездар төҙөкләндерелә. Былтыр республика бюджеты иҫәбенән күп фатирлы йорттоң һәр ҡатында түбә-стеналар буяла, баҫҡыс яндаурҙары алмаштырыла .
Подъездарға ремонтты тәү сиратта башҡа проблемалары булмаған йорттарҙа эшләргә кәрәк. Был турала Башҡортостан башлығы белдергәйне. Радий Хәбиров 2023 йылдың июль башында үткән оператив кәңәшмәлә ҡыйыҡ, йәки нигеҙе ремонтланмайынса, подъезды буяу, тәртипкә килтереү мәғәнәһеҙ, тип тәңҡитләгәйне.
Калинин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡыйыҡҡа капиталь ремонт яһау мөмкин түгел. Идарасы компания фатир милекселәре ғаризалары буйынса һыу үткәргән айырым урындарҙы ямарға вәғәҙәләй.
Ҡыйыктан һыу үтеү бер подъезд мәсьәләһе генә түгел, ә күрше йортта йәшәүселәрҙең дә үҙәгенә үткән хәл. Милекселәр яҡын арала был проблеманың хәл ителеүенә ышансын өҙмәй.
Әлфинә Килдейәрова