Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте. Ике йылға бер ойошторолған бәйгелә Башҡортостан район-ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе 40 сәсән һәм йыраусы ҡатнашты. Мөхәмәтйән Абдулла улы халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. Уның репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон йыр, мөнәжәт, бәйет һәм таҡмаҡтар урын алған. Сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, башҡорт мәҙәниәтен танытҡан.
Бәйге еңеүселәренә дипломдан тыш, Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһе һәм башҡа бағыусылар әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мәмбәт ауылынан Вәсилә Мәмбәтова бәйгелә ейәнсәрҙәре менән ҡатнашып, махсус призға лайыҡ булды. Республика асыҡ конкурсының Гран-приһын Баймаҡ районының Буранбай ауылынан Хәбир Раев яуланы. Ҡатнашыусылар Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың исемен мәңгеләштереү һорауын да күтәрҙе, Аҡъяр ауылы урамдарының береһенә шәхестең исемен биреү тәҡдиме индерелде.