Полиция дәрәжәһе булған хәрбиҙәрҙе тәрбиәләүселәр 2 миллион һумлыҡ бер тапҡыр түләүгә дәғүә итә ала. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы нормаға ярашлы, бындай ярҙам һәләк булған яугирҙың тәрбиәһендә ҡатнашҡан әммә тейешле статусы булмаған кешеләргә ҡаралған.