Иң әүҙем һәм креатив эшҡыуарҙар Туймазыла эшләй. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров район эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа белдерҙе. Һөйләшеү диалог форматында үтте. Туймазының бизнес йәмғәтселеге менән осрашыу тәүгеһе түгел, әлегә тиклем был сара республиканың ете муниципаль берәмегендә үткән. Эшҡыуарҙар менән осрашыу Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Бизнес форумда республиканың барлыҡ министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнаша. Туймазылағы саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бизнес-форумдың фойеһы гөрләп тора, бында Башҡортостандың барлыҡ министрлыҡ-ведомство вәкилдәрен күрергә мөмкин. Белгестәр эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап бирә. Уларҙан һалым, мөлкәт ташламалары, гранттар, субсидиялар һәм башҡа дәүләт программалары тураһында белешергә мөмкин. Туймазы сәнәғәт тармағы ғына түгел, ауыл хужалығы ла, агротуризм да үҫешкән. Һуңғыһы буйныса ике фермер хужалығы федераль грант алған, әле лә ҡыҙыҡһыныусылар күп.
Туймазы районы бизнес ныҡлы үҫешкән төбәк, бында донъя, ил кимәлендә эшләгән ҡеүәтле компаниялар бар. Әлеге ваҡытта төбәктә 4 мең 500 тирәһе эшҡыуар иҫәпләнә, улар төрлө өлкәләрҙә эш алып бара.
Осрашыуҙа аяғында ныҡлы баҫып торған билдәле предприятиелар етәкселәре лә, яңы эш башлағандар ҙа, үҙмәшғүлдәр ҙә ҡатнашты. Һәр береһе һорауҙарын бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Бизнес йәмәғтселек фекеренсә, туймазыла эшҡыуарлыҡытың үҫешеүе шарттар тыуҙырылыуы, даими иғтибар менән бәйле.
Форумда ҡатнашыусылар Туймазының «Корона» мебель фабрикаһында да булды. Предприятие йорт йыһаздары һәм матрастар етештереү буйынса махсуслашҡан. Бында 300 кешегә эш урыны асылған, цехтарҙан көн һайын 1 мең матрас һатыуға сығарыла.
«Корона» предприятиеһында сығарылған матрастар хәҙер Рәсәй төбәктәренә генә түгел, сит илдәргә лә оҙатыла. Юғары сифатлы продукцияға ихтыяж ҙур. Хужалар үҙҙәренең сауҙа нөктәләрен дә асҡан, бында «Корона» етештергән 60-тан ашыу матрас төрөн күрергә мөмкин.
Бизнес йәмәғтәселек өсөн «Аралашыу биләмәһе» проекты артабан да дауам итәсәк. Ул эшҡыуарҙарға проблемаларны хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, уңышлы эш алымдары менән танышыу мөмкинлеге бирә. Ете муниципаль берәмектә уҙған осрашыуҙарҙа меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан, яңы, ҡыҙыҡлы проекттар менән сығыш яһаусылар ҙа бар. Уларға эш башлау өсөн дәүләт ярҙамы, программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тәҡдим ителгән.
Рәмзиә Кәримова