Батыр йөрәкле башҡорт ҡыҙҙары йәнә алғы һыҙыҡта. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларындағы хәрби берләшмәләрҙә булды. Был сәфәр яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм көс биреү маҡсатында ойошторолдо. Фронт шарттарында тыл ярҙамының ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Алғы һыҙыҡта ҡурай моңо яңғырай. Ата-бабаларыбыҙҙың йөрәк тибешен танктар атыуы ла, бомбалар шартлауы ла баҫа алмай. Сөнки был моң яралы күңелдәргә шифа булып тарала.
Ғафури районы яугиры әле госпиталдә ята. Уның менән бергә бында еңелсә яраланған башҡа хәрбиҙәр ҙә дауалана. Ватан һаҡсыларының рухын күтәреү өсөн Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһына республиканың танылған артистары килде.
Тимур Рамаҙановтың «Офицерҙар» йыры яугирҙарҙың йөрәктәрен елкетте . Был йыр, ғәҙәттә, ир-егеттәрҙең хәрби батырлығын, Ватанға булған тоғролоғон данлай. Әммә Тимур башҡарыуында ул яңы аһәңдә яңғыраны
Гөлсөм Бикбулатова ла үҙенең моңло тауышы менән яугирҙарҙың күңелен әсир итте. Уның һәр йыры ватанға булған мөхәббәт менән һуғарылған. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки сәхнә йондоҙоноң ҡустыһы ла бөгөн тыуған ил именлеге өсөн көрәшә.
Танылған йырсылар Донбасҡа «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы менән бергә килгән. Быйыл ғына ойошторолған социаль проект яугирҙарға терәк булыу, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Йәмәғәт ойошмаһын ирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә булған ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған. Гүзәл заттарҙың ҡайһы берҙәре хәрби госпиталдәргә ирекмәндәр сифатында бер нисә тапҡыр килә. Шуға ла улар яугирҙарҙың ғаиләләрен ниндәй һорауҙар борсоуын ишетеп кенә белмәй.
«Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы Донбастағы бер нисә хәрби берләшмәлә булды. Ир-егеттәргә яҡташтарыбыҙ туплаған гуманитар ярҙамды тапшырҙы. Хәрбиҙәр, фронт шарттарында ваҡытлыса ғына булһа ла, үҙҙәрен тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандай хис итте . Һәр сығыштан һуң артистар оҙаҡ алҡыштарға күмелде.
Башҡортостан вәкилдәренең был сәфәре яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Улар тыл ярҙамын тойҙо һәм рухи көс алды. Ә инде моңло йырҙар хәрбиҙәрҙең күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.
Илдар Байбулатов