Өфөнән йәш ғалимә – Рәсәйҙең «ТОП-1000» университет стартаптары араһында беренсе

Өфөнән йәш ғалимә Айгөл Шадрина икенсе йыл рәттән Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының «ТОП-1000» университет стартаптары рейтингында беренсе урын яулаған Уның Вуз-ара кампуста тормошҡа ашырылған «Киләсәк образы» мәғариф проекты Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларына үҙ төбәктәрендә үҫмерҙәр менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә. Проекттың маҡсаты - ижади алымдар аша балаларҙың эре сәнәғәт предприятиеларына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Бөтә ҡыҙыҡлы саралар һәм аралашыуҙар мин йәш ғалимдар клубының рәйесе булған Вуз-ара Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә үтә. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты ла беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә.

Айгөл Шадрина, «Киләсәк образы» проекты авторы