Башҡортостанда рөхсәтһеҙ миграция ойоштороусылар тотолдо

Федераль именлек хеҙмәтенең республика идаралығы енәйәтселәр төркөмөн асыҡлаған. 6 кеше 2021-2023 йылдарҙа сит ил граждандары менән ялған хеҙмәт килешеүҙәре төҙөп, миграция органына улар тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр ебәргән. Шулай уҡ был төркөм ялған никах теркәү менән шөғөлләнгән. Улар  енәйәт кодексы буйынса  хөкөм ителә.  Шартлы  рәүештә  иректәре сикләнә,  штраф түләргә тейеш булалар.