Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы ултырышында ҡатнашты. Сараны сәйәси фирҡәнең рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.
Ултырышта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Дмитрий Медведев белдереүенсә, әле партия сафын яңы көстәр менән тулыландырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Берҙәм тауыш биреү көнөндә сәйәси фирҡәнән 800 махсус хәрби операция яугиры ҡатнашасаҡ. Әле һайлау кампанияһына ныҡлы әҙерлек, көстәрҙе мобилизациялау бара, тине Дмитрий Медведев. Ултырышта «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге айырым билдәләнде. Республика айырыуса махсус хәрби операцияға ярҙам итеү һәм «Халыҡ программа»һын тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып бара.