Өфөлә идара кадрҙарын әҙерләү федераль программаһының күсмә модуле эшләй башланы. Президент академияһы базаһында тормошҡа ашырылған курс үҙ белемдәрен киңәйтергә һәм системаға һалырға теләүсе тәжрибәле идарасылар өсөн тәғәйенләнгән. Программала 12 модуль. Һәм уларҙың береһе - милләт-ара һәм конфессиональ мөнәсәбәт мәсьәләләренә арналғанын ҡатнашыусылар Башкортостанда өйрәнә.
Республика башлығы илдең төрлө төбәктәренән килеүсе программала ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә халыҡтар ҙа туған телен һәм мәҙәниәтен өйрәнә алһын өсөн шарттар булдырылыуын билдәләне. Конфессия-ара мәсьәләләр булып тора, әммә идарасы командалар тәжрибәһе һәм халыҡ менән туранан-тура аралашыу тыныслыҡты, килешеп йәшәүҙе һаҡларға ярҙам итә.
Кадрҙар әҙерләү федераль программаһында ҡатаншыусылар Торатауҙы ла барып күрҙе. Илдең төрлө төбәктәренән килгән идарасылар өсөн халҡыбыҙ өсөн изге урынды барып күреү оло мәртәбә. Ҡунаҡтар республика, уның халҡы тураһында тарих тыңланы, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте һәм уйындарҙа ҡатнашты.