Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта

Индексация 1 июлдән ғәмәлгә инә. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һыуға хаҡ 13 ярым процентҡа, һыу үткәргестәргә – 14,2, электр энергияһына – 12,6, газға – 10,3 һәм сүп-сар сығарыуға 11,8 процентҡа арта. Иң ҙур индексация йылылыҡ өсөн - 1 июлдән ул 16 ярым процентҡа ҡиммәтерәк була.