Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш буйынса тәүге эшелон оҙатылды

Бөгөн яҙғы хәрби саҡырылыш нигеҙендә егеттәрҙе әрме сафына оҙатыу тантанаһы үтте. Һауа шарттарына ярашлы сара хәрби комиссариаттың эсендә ойошторолдо. Буласаҡ ил һаҡсыларына республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, хәрби хеҙмәт ветерандары, дин әһелдәре изге теләктәрен еткерҙе.

Бөгөнгө эшелон составында - 170-кә яҡын егет. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйылғы яҙғы саҡырылышта Ҡораллы көстәргә бөтәһе 6 мең ярым тирәһе яҡташыбыҙ ебәрелә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй. Егеттәр үҙ бурысын Рәсәй биләмәһендәге хәрби частәрҙә үтәйәсәк. Ил Президенты Указы буйынса яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә, һуңғы эшелон 12 июлдә оҙатылыр тип көтөлә.