Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумында ҡатнашты. Быйыл ул 26-27 июндә Түбәнге Новгородта үтте. Эшлекле программаның төп сараһы- «Беларусь һәм Рәсәй йәштәре- Бөйөк Еңеү вариҫтары һәм союздаш дәүләттәрҙең киләсәге» тип аталған пленар ултырыш булды. Уны Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусияның Милли Йыйылышы респаублика советы рәйесе Наталья Кочанова уҙғарҙы.
Быйыл форумда Рәсәйҙең 79 төбәге һәм Белоруссияның барлыҡ өлкәләренән 800 делегат ҡатнашты. Түбәнге Новгород йәрминкәһе күргәҙмәләр үҙәгендә Башҡортостан продукцияһы ла ҡуйылғайны.Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводы берлектә заманса троллейбустар етештерә. 700 йәмәғәт транспорты 14 Рәсәй төбәгенә һатылған. Форум барышында республика етәкселеге компания вәкилдәре менән осрашып производствоны артабан да үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлектәрен бараланы.
Форум барышында Башҡортостан хөкүмәте Беларусь республикаһының йәштәр союзы менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Уға ярашлы, союздаш ил менән йәштәр сәйәсәтен алып барыу, гуманитар, мәҙәни һәм эшлекле өлкәлә берҙәм проекттар ойоштороу ҡарала.