Иглин районында байрам төрлө быуын вәкилдәрен ауылдың үҙәк майҙанына йыйҙы

Республикала йәштәр көнө билдәләнде. Иглин районында байрам төрлө быуын вәкилдәрен ауылдың үҙәк майҙанына йыйҙы. Ойоштороусылар байрамға килеүселәргә бай мәҙәни программа тәҡдим итте, ошонда уҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, фотозоналар эшләне. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова мәктәп тамамлаусыларға өлгөргәнлек аттестаттары тапшырҙы. Алдынғы уҡыусылар Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса министрлығы һәм район хакимитәтенең Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Ошонда уҡ көмөш ирекмәндәр «Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.