Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бүләккә - «Һомай»

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусыларға бағышланған видеороликты 11-селәрҙең ата-әсәләре төшөргән. Композиция «Әй Йола» төркөмөнөң «Һомай» йырына нигеҙләнгән. Һүҙҙәрен ижад итеүҙән тыш, ата-әсәләр был йырҙы үҙҙәре башҡара, хатта өзләүҙе лә яҙҙырған. Клипта Ғафури районы тәбиғәтенең матурлығы ла сағылыш тапҡан.