Башҡортостанда әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Был суммаға бала табыу йорттарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм республика райондарында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын төҙөү күҙ уңында тотола. Эш «Ғаилә» милли проекты һәм «Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау» төбәк программаһы буйынса алып барыла. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ ауылдарҙы газификациялау, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандың перинаталь үҙәктәре заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла, ә республика төбәктәрендә яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары сафҡа индерелә. Быйыл 8 район дауаханаһы базаһында консультация асыла, 2026 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тағы ла яңы 6 медицина учреждениеһы эшләй башлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау һөҙөмтәһен бирә, төбәктә сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе кәмегән. Был йүнәлештәге эшмәкәрлекте артабан да дауам итеү шарт, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы ла 33 ауыл-ҡасабаны зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҡарала. Газификациялау программаһы 5 йыл дауамында эшләп килә, уның финанс нигеҙе 27 миллиард һумға яҡын.
Бынан тыш, компания баҡса ширҡәттәре биләмәһендәге йорттарға газ үткәрә. Уларҙан 3 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 571 йорттоң эргәһенә тиклем еткерелгән. Радий Хәбиров баҡса ширҡәттәре тураһында һүҙ барғанда юлдарҙы төҙөкләндереүҙе лә иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты. Шулай уҡ баҡсасыларға үҙ продукцияһын һатыу өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим, тине республика башлығы.
Оператив кәңәшмәлә янғын-ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү барышы ла ҡаралды. 2018 йылдан ошо маҡсатта 1 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Һеҙҙең көндәлек эшегеҙгә халыҡтың именлеге, хәүефһеҙлеге бәйле, тине Радий Хәбиров.
Мәскәүгә авиарейстар һаны арттырыла.»Аэрофлот» самолеттары Өфөнән «Внуков» аэропортына оса башлай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йүнәлештә пассажирҙарҙың күп булыуын иҫәпкә алып авиарейстар аҙнаһына 100-гә тиклем еткерелә.
Рәмзиә Кәримова