Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына ике яҡташыбыҙ лайыҡ булды. Владимир Булавенцев махсус хәрби операция ветераны, ә Динис Тоҡомбәтов гвардияның өлкән лейтенанты, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Шайморатов миҙалы уларға алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелде. Яугирҙар үҙ сиратында Республика етәкселегенә иғтибар, хәстәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр- 26 июндә Ҡазанда үткән «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһының еңеүселәре һәм финалистары. Был абруйлы конкурста Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры бер юлы 6 номинацияла еңеү яулаған. Ә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының артисы Айрат Әхмәтшин махсус премияға театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн лайыҡ булған. Мәғлүм булыуынса , «Алтын битлек»кә өс театрыбыҙ 17 номинацияға тәҡдим ителде. Опера һәм балет театрынан тыш, Ҡурсаҡ театры һәм Стәрлетамаҡ рус драма театры. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был мәҙәниәтебеҙҙең ысын ҡаҙанышы, коллективтарыбыҙҙың юғары оҫталығын таныу. Оло еңеү-ҡаҙаныштарыбыҙ Республика етәкселегенең театрға иғтибары һөҙөмтәһе. Ижад итеү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырылды, тине Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры етәксеһе Альбер Имаметдинов.