Башҡортостанда транспорт инфраструктураһын модернизациялау дауам итә

Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарҙың 740 саҡрым арауығында, йәмғеһе яҡынса 280 участкала ремонт эштәре планлаштырылған. Шулай уҡ 12 күпер төҙөкләндерелә. Был объекттар «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына индерелгән, әле 65 участкала эш башланған да инде. Республика йортонда төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Транспорт сәғәте» ултырышында район-ҡалаларҙа транспорт инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.

Быйыл шулай уҡ баҡсасылар ширҡәттәренә илткән 24 юл участкаһы ла тәртипкә килтереләсәк. Ремонт эштәре федераль трассаларҙа ла уҙғарыла. Әйтәйек, М-7 трассаһында яҡынса 21 саҡрым арауыҡта ике участка төҙөкләндерелә. Ултырышта ҡатнашыусылар Өфөлә транспорт инфраструктураһын үҫтереү мөмкинлектәрен дә барланы. Юл ремонтынан тыш, уңайлы ҡала мөхите булдырыу маҡсатында үҙәк урамдарҙа тротуарҙар яңыртыла. Иң күләмле эш иҫәбендә быйыл көҙ реконструкциянан һуң Пугачев урамын һәм Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе сафҡа индереү.