Өфөлә рәсми рәүештә Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы проекты старт алды

Өфөлә рәсми рәүештә Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһы проекты старт алды. Тәүге этапҡа ярашлы, скульптураны тергеҙеү эштәренә әҙерлек бара. Быға бәйле монумент эргәһендәге майҙанға юл ябылды. Ҡойма менән уратылған биләмәлә төҙөлөш ҡаласығы булдырыу ҡаралған. Сентябрҙә кран ярҙамында һәйкәл постаменттан алынып, баш ҡалалағы махсус йыһазландырылған оҫтаханаға оҙатыла. Проект буйынса барлыҡ эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу бурысы тора. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнгән. Был яуаплы эшкә Рәсәй художестволар академияһы белгестәре лә йәлеп ителгән, консультатив ярҙам күрһәтелә. Эш барышы - Күҙәтеү советы контролендә.

Башҡортостандың Милли музейында Салауат Юлаев образын һаҡлау һәм популярлаштырыуға арналған брифинг та ойошторолдо. Осрашыуҙа һәйкәл реставрацияһына әҙерлектән тыш, Салауат районындағы музейҙа башланған капиталь ремонт этаптары, яңыртылған экспозиция проекты менән дә таныштырҙылар. Шулай уҡ алда «Янғантау» геопаркы биләмәһендә «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын үҫтереү бурысы ла тора