Ирек Сәғитов Красный Луч ҡалаһында осрашыу уҙғарҙы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Луганск халыҡ республикаһына эш сәфәре барышында Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Соловьев менән осрашты.

Билдәле булыуынса, беҙҙең республика 2022 йылда төбәкте шефлыҡҡа алды. Был ҡаланы тергеҙеү генә түгел ине, ә тәү сиратта урындағы халҡтың рухын нығытыуға, уларға киләсәккә ышанысты ҡайтарыуға һәм тотороҡло үҫеш өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелде. Сергей Соловьев Башҡортостанға ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп, артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт белдерҙе.