Өфөгә Бөтә Рәсәйҙән йәш ғалимдар килә

2-4 июлдә съезд уҙғарыла. Форумда ҡатнашыуға ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, шулай уҡ 5-се Йәш ғалимдар конгрессы программаһына тәҡдимдәр ҡабул ителә. Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Фәттәхов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә  Рәсәй  йәш ғалимдар һәм студент берләшмәләре йыйыны федераль фән һәм  юғары белем биреү министрлығы һәм Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.