Был турала Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты белдерә. Сәйфулла хәҙрәт быға тиклем алғы һыҙыҡҡа һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреү менән шөғөлләнә. Ике тапҡыр үҙе Донбасҡа барып ҡайта. Ошо көндәрҙә ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты менән килешеү төҙөп махсус хәрби операцияға киткән. “Хеҙмәткә юлланыр алдынан яугирҙар һәм тыл ирекмәндәренә арналған “Берҙәмлек көсө” тип аталған журнал да сығарҙым. Унда Әбйәлил ирекмәндәре, алғы һыҙыҡтағы тарихтар тураһында уҡырға мөмкин”, — ти хәҙрәт.