Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, республикала янғын һүндереү көстәрен үҫтереү стратегияһы ғәмәлгә ашырыла. Һуңғы алты йылда 8 бүлексә булдырылған, 6 депо төҙөлгән, 670 мең янғын иҫкәртеү приборы таратылған. - Өфө янында Булгаков һәм Нефтекамала Әмзә ауылдарында деполар төҙөү планлаштырыла, ти Андрей Назаров. Быйыл Башҡортостанда ун урман янғыны теркәлгән.