Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башланды

Бөтәһе өс этап билдәләнгән. Беренсеһе, әҙерлек: майҙанды кәртәләү, төҙөлөш ҡаласығын әҙерләү, ауыр техника үтеүен тәьмин итеү. Сентябрҙә кран ярҙамында һәйкәл постаменттан алынып, баш ҡалалағы махсус йыһазландырылған оҫтаханаға оҙатыла, ти республика мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Милли музейында Салауат Юлаев образын һаҡлау һәм популярлаштырыуға арналған брифинг та ойошторолдо. Осрашыуҙа һәйкәл реставрацияһына әҙерлектән тыш, Салауат районындағы музейҙа башланған капиталь ремонт этаптары, яңыртылған экспозиция проекты менән дә таныштырҙылар. Музей мөдире Зилә Садыҡова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Проект буйынса барлыҡ эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу бурысы тора. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнгән. Был яуаплы эшкә Рәсәй художестволар академияһы белгестәре лә йәлеп ителгән, консультатив ярҙам күрһәтелә. Эш барышы Күҙәтеү советы контролендә була.