Өфөнән бер ир 23 миллион һумға алданған

60 йәшлек кешегә шылтыратыусы үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан, пенсия аҡсаһын яңынан иҫәпләү кәрәклеге тураһында белдергән. Унан һуң тағы шылтыратыуҙар булған. Йыйылған аҡсаһы Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәргә күсерелеү ихтималлығы, енәйәт кодексы  буйынса яуап тоторға тура киләсәге менән янағандар. Ошонан һуң ир банктан 23 миллион һум аҡсаһын сығарып алған. Уны өлөшләп курьерҙарға биргән. Ир банк хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалмаған.