Башҡортостан әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға миллиард һумдан ашыу аҡса алды

Бала табыу йорттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, райондарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультация бүлмәләре асыла. Һаулыҡ һаҡлау  министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, "Ғаилә" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы әсәләр һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яҡшыра. Быйыл ҡатын-ҡыҙ консультациялары Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаларында асылырға тейеш.