Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса 2024 йылда Благовещен районында өс ир 280 кубик метр ағас әҙерләй. Уларҙы урмансы күреп ҡала. Урман фондына зыян 7 миллион 200 һумға баһалана. Әле енәйәт эше буйынса суд ҡарары көтөлә.