Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре 31 июлгә тиклем халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Унда тауарҙар һатыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын судта яҡлау, ойошторолған турҙың сифаты мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар бирелә. Мөрәжәғәттәр 8 (347) 218-09-78 телефоны буйынса ҡабул ителә.