Урман янғындары - иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта төбәктә урман янғындарына бәйле хәл ҡаралды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, көндәр ямғырлы һәм һалҡынса торғанға, әлегә урман янғындары борсолоу тыуҙырмай, хәл контролдә тотола. Йыл башынан республикала ҡоро үлән янып китеп, 291 тапҡыр янғын сыҡҡан. 18 апрелдән алып Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырыуса режим ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле меңдән ашыу иҫкәртеү протоколы төҙөлгән. Республикала урман янғындары менән көрәшкә быйыл 10 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 3 мең берәмек техника әҙерләнгән. Ҡатмарлы осраҡтарҙа ҡотҡарыу эштәренә юғары һөҙөмтәле Ка-32 вертолеты йәлеп ителә.