Изгелек марафоны ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү өсөн ойошторола. 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам иткән акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн «Ғаилә» үҙәге бүлексәләренә канцелярия тауарҙары, яҙыу һәм һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн әйберҙәр тапшырырға кәрәк. Үҙәк бүлексәләре адрестары «Ғаилә» порталында яҙылған. Шулай уҡ өо-яңы йәки яҡшы һаҡланған портфелдәр, мәктәп формалары, дәреслектәр һәм кластан тыш уҡыу өсөн китаптар ҙа ҡабул ителә.